Ул 2022 йылдан алып – махсус хәрби операцияла, 428-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. БПЛА операторы, разведчик-снайпер булып киткәнгә тиклем МХО биләмәһендә 10 көнлөк уҡыу үткән. Алты тапҡыр яраланған, шулай ҙа хәрби сафҡа кире ҡайтҡан. Уның батырлығы Суворов миҙалы менән дә билдәләнгән.
Уның тоғро көрәштәштәренең береһе – Mavic серияһы дрондары. Был "ҡоштар" – полктың күҙҙәре. Улар ғәҙәти ҡараштан йәшерелгәнде күрә, утты төҙәтә һәм маҡсат эҙләй. «Был бик яҡшы разведчиктар», – тип һөйләй Карат. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби шарттарҙа пилотһыҙ осоу аппаратының ғүмере оҙон түгел. Бер дрондың ғүмере бер нисә көн генә тәшкил итә ала. Һөҙөмтәле эшләү өсөн яңы техниканың даими ағымы кәрәк.
Карат әйтеүенсә, БПЛА операторы дронды тойорға, һәр модификацияның мөмкинлектәрен белергә, уның һауалағы тәртибен аңларға, тотҡарлыҡтарҙы алдан күрергә тейеш. Сөнки уның эшмәкәрлеге яугирҙарҙың именлегенә һәм ғүмеренә бәйле. Тап шуға күрә Башҡортостанда хәҙер БПЛА операторҙарын әҙерләүгә сифатлы ҡараш бик мөһим. Республика белгестәрҙе уҡытыуҙан тыш, фронтты техника менән тәьмин итә. «Өфө ҡоштары " — FPV-дрондар алғы һыҙыҡта ысын эш атына әүерелде.
Ҡыуанырлыҡ ваҡиғалар ҙа бар. Күптән түгел ҡыҙы тыуыуы күңелен йылыта. Хәҙер ул ҙур ғаилә башлығы: ике улы һәм ҡыҙы. Улар йәшәүгә көс бирә.
– Өйҙән китеүе ауыр, – ти ул. - Әммә алдымда торған бурыстарҙы аңлайым. Унда, позицияларҙа, мине яугир иптәштәр көтә. Уларға минең ярҙамым, белемем һәм дрондарым кәрәк. Беҙ бер-беребеҙҙе яҡларға тейешбеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 122-се телефон аша бирергә мөмкин.
Фото: Т. АМАНОВ.