БОРСОЛАМЫН.
Борсоламын ҡарашыңдан ҡояш китһә,
Борсоламын ямғыр яумай, үлән кипһә.
Борсоламын яр аҫтынан янъял ҡубып,
Башҡорттарым туп-туп булып шунда китһә.
Борсоламын барына ла, юғына ла,
Борсоламын әҙенә лә, күбенә лә,
Борсоламын уландарын яуға ҡыуып,
Яҡһыҙ ҡалған, һаҡһыҙ ҡалған илемә лә...
Борсоламын ҡаныҡҡандың күҙе төшһә
Уралымдың алтынына-көмөшөнә,
Борсоламын ҡул һуҙһалар килмешәктәр
Балаларҙың киләсәге өлөшөнә!
Борсоламын алда күреп ҡараңғылыҡ,
Яҡтылыҡҡа өмөт кенә - ышаныс юҡ...
Ышаныс бар, бар ЫШАНЫС киләсәккә -
Мин шаһитмын ошо хәлгә - БЕРҘӘМ ХАЛЫҠ!!!
Юлай Кәримов фотоһы.