БПЛА-ны ҡайҙа осорорға һәм һынау үткәрергә мөмкин?
Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарының осошона рөхсәт алыу һәм уларҙы һынауҙың яңы тәртибе билдәләнде. Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған указ республика биләмәһендә пилотһыҙ һауа судноларының осошона региональ оперштаб эргәһендәге төркөм тарафынан рөхсәт биреүҙе, шулай уҡ уларҙы һынап ҡарау урындары исемлеген регламентланы.
Документҡа ярашлы, пилотһыҙ осоу аппараттары һәм уларға ҡаршы тороу комплекстарын һынау өсөн биләмәләр итеп радиусы 5 саҡрым булған дүрт урын билдәләнде – был Кушнаренко районындағы "Первушино" аэродромы, Шишмә районындағы "Патриот" паркы, шулай уҡ "Сибай" һәм "Стәрлетамаҡ" аэропорттары.
Указда республика биләмәһендә,оперштаб эргәһендәге төркөмдөң рөхсәте нигеҙендә башҡарылған осоштарҙан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары осошо тыйыла, тип әйтелә. Бындай рөхсәт һауа киңлеген ҡулланыусының махсус мөрәжәғәте буйынса бирелә.
Фото: Т. АМАНОв.