Дрондарҙы ремонтлау, көйләү һәм программалаштырыу;
3D-моделләштереү, 3D-баҫтырыу;
IP-селтәрен төҙөү һәм радиобәйләнеш ойоштороу;
инженерлыҡ эше һәм топографиня аңлау.
Уҡыу аҙағында таныҡлыҡ та бирелә. Бер йыл эсендә тыныс тормошто һаҡлай торған һөнәр үҙләштерәһең.
Ғәҙәти хеҙмәттән айырмалы рәүештә, бында барыһы ла асыҡ. Һинең ризалығың булмайынса башҡа ғәскәргә күсермәйҙәр. Һин – ҡәҙерле белгес. Бер йыл хеҙмәт иткәс, контактты өҙә йәки оҙайта алаһың.
Әгәр ҙә һин студент булһаң, был проблема түгел. Академик отпуск алырға, элиталы бүлексәлә хеҙмәт итеп ҡайтырға, унан уҡыуыңды дауам итергә мөмкин. Һин бер йылды юғалтмайһың, киреһенсә, тәжрибә туплайһың һәм вуздағы урыныңды һаҡлайһың.
БПЛА хеҙмәте – Ватанға аҡыл һәм технологиялар ярҙамында хеҙмәт итергә, лайыҡлы түләүҙәр алырға һәм 21 быуатта һорау булған уникаль белгеслектәргә эйә булырға теләүсе заманса ир-егеттәрҙең һайлауы.