

Ул төрлө телдә күптәр яратҡан хиттарҙы башҡара.
Үҙе Үзбәкстанда тыуып үҫкән. Атаһы мәрхүм булғас, әсәһе Миәкә районына ҡайтып төпләнә. Һуңыраҡ Рөстәм дә ҡатыны, балалары менән Башҡортостанға күсенә.
Һөнәре буйынса фельдшер булһа ла, 2017 йылда Стәрлетамаҡҡа автобус йөрөтөүсеһе булып эшкә урынлаша.
Бәләкәй сағынан йырларға ярата. Александр Серов репертуарынан «Я люблю тебя до слез» йырын башҡарған видеоһы популярлыҡ алып килә. Уны ояла- ояла пассажирҙарға йырлап күрһәткән була, әлеге видео йәшен тиҙлегендәй интернет киңлегендә тарала. Баҡһаң, бер ханым телефонға төшөрөп, таратҡан икән. Барыһына ла йырлауы оҡшай.
«Автобуста ултырғанда бик етди күренгән пассажир ҙа күтәренке кәйеф менән төшөп ҡала, йырлағаным өсөн рәхмәт әйтә. Кешеләрҙең йылмайыуын күреү мине бәхетле итә, тимәк, юҡҡа йырламайым.
Кеше ғүмере өсөн яуап бирәм, шуға светофорҙа торғанда, туҡталышҡа килеп еткәндә йырлайым. Минең йөрөтөү стажым 20 йыл», - ти йыр моң яратыусы водитель.