

Көнө буйына сәхәр эскәндән алып ҡояш байығансы тәмәке тартмайынса түҙеп йөрөргә кәрәк. Ә кисен ваҡыт етһә, кемдер финик ашап, һыу эсә, ауыҙ аса, ә тәмәке тартҡан кеше тәмәке тартырға йүгерә. Шулай ҙа улар бөтөнләй ураҙа тотмағандарҙан яҡшыраҡ, Аллаһы Тәғәлә уларға ураҙа тоторға еңеллек бирһен.
Әгәр ҙә ураҙа тотҡан кеше көндөҙ тәмәке тартһа, уның ураҙаһы боҙола. Сөнки ул төтөндө һулап, организмына эскә индерә. Был осраҡта кәффарәт ҡаралған, йәғни Рамаҙан айы тамамланғас, ураҙаны аңлы рәүештә боҙған өсөн 60 көн дауамында өҙлөкһөҙ ураҙа тоторға тейеш. Әгәр ҙә сәләмәтлеге арҡаһында тота алмаһа, 60 фәҡирҙе туйҙырырға кәрәк буласаҡ.