Бөтә яңылыҡтар

Ураҙа тотҡан кеше һүгенһә, ураҙаһы боҙоламы?

Ураҙала булған кеше көнө буйына  ашау-эсеүҙән генә  түгел, насар һүҙҙәрҙән, уйҙарҙан, ғәйбәт һөйләүҙән тыйылып торорға тейеш.

Ураҙа тотҡан кеше һүгенһә, ураҙаһы боҙоламы?
Ураҙа тотҡан кеше һүгенһә, ураҙаһы боҙоламы?

Әгәр ҙә  телебеҙҙе насар һүҙҙәрҙән тыя алмаһаҡ, ураҙа тотоуыбыҙ ғәҙәттәге ас тороуға ғына ҡайтып ҡала.

«Кем алама, насар һүҙҙәрҙән һәм гонаһ, боҙоҡ эштәрҙән һаҡланмай, уның ураҙа тотоуына Аллаһы Тәғәләнең хәжәте юҡ», - тигән  Ибн Мәжжәһ.

Әгәр ураҙа тотҡан кеше асыуланып, яңылыш һүгенһә, ул тәүбә итергә тейеш. Был осраҡта ураҙаһы боҙолмай, уны дауам итә ала. Әгәр ҙә махсус рәүештә йыш һүгенеп йөрөһә, ул ураҙаның әжер-сауабын юғалта.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас