1. Тел алһыу төҫтә булһа, сәләмәт тигәнде аңлата. Алһыу төҫтәге тел - ҡан әйләнеше һәйбәт эшләү һәм организмдың дөйөм именлеге билдәһе.
2.Тел аҡһыл төҫтә булһа, тимер етешмәй. Анемияны йәки гемоглобин кимәленең түбәнәйеүен күрһәтә.
3. Тел ҡыҙыл төҫтә. В төркөмө витаминдары етешмәй. Асыҡ ҡыҙыл. В2, В6, В12 витаминдары, шулай уҡ фолий кислотаһына ҡытлыҡ кисереүен белдерә.
4.Шәмәхә төҫөндә. (Фиолетовый) Ҡан әйләнеше насар. Ҡандың ҡуйырыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы проблемалары йәки хроник стресс менән бәйле булыуы мөмкин.
5.Тел һары төҫтә. Һыу етешмәй, инфекция. Һары төҫ йыш ҡына һыу етешмәгәндән, эсәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге боҙолғанда йәки бактериаль инфекция ваҡытында барлыҡҡа килә.
6.Тел аҡ төҫтә. Бәшмәктәрҙең үҫеше. Тығыҙ аҡ төҫ ауыҙ ҡыуышлығы кандидозын, иммунитеттың насарланыуын йәки микрофлора менән проблемаларҙы күрһәтә.
7.Тел ҡара төҫтә. Тәмәке тартыу / бактериялар. Ҡара төклө тел тәмәке тартыу, антибиотиктар ҡулланыу йәки ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһының боҙолоуы менән бәйле булыуы мөмкин.
8.Күк төҫтәге тел. Кислород кимәле түбән. Тын алыу системаһы менән проблемалар йәки ҡандың кислород менән туйыныуы боҙолоуы тураһында һөйләй.
9.Телдә ҡыҙыл таптар. Аллергик реакция. Аҙыҡ аллергияһы, шешеү ваҡытында барлыҡҡа килергә мөмкин.