Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар! Уҡытыусылар өсөн конкурс!

 Башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған тел уҡытыусылары ассоциацияһы идаралығы конкурс иғлан итә.

Иғтибар! Уҡытыусылар өсөн конкурс!
Иғтибар! Уҡытыусылар өсөн конкурс!

«Туған телдең матурлығы — бер кадрҙа! Уҡытыусының иң яҡшы эш өҫтәле фотоһына конкурс иғлан итәбеҙ! Ижади дәрестәр тыуған, методик табыштар, этно-декор һәм яратҡан китаптар менән тулы эш урынығыҙҙы күрһәтегеҙ һәм был урын һеҙгә нимәһе менән ҡиммәт, ул һеҙгә нисек тәьҫир иткәнен һөйләгеҙ.

Эш өҫтәле фотоларын ошонда https://vk.ru/wall-235673528_37 комментарийҙарҙа көтәбеҙ! Йомғаҡлау — 31 март. Ҡатнашыусы мотлаҡ Ассоциация ағзаһы булырға тейеш! - ти ойоштороусылар.

Еңеүсене Ассоциация идаралығы билдәләй. Уны этно стилдәге бүләк көтә!

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас