Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль , 05:30

Нишләп сәхәр эсеүҙе ҡояш сығыуҙан 2 сәғәт алдан тамамларға кәрәк?

«Бәләкәй саҡта  өләсәйем менән ураҙа тотоп маташҡанда улай уҡ иртә сәхәр эсмәйҙәр ине ул. Ҡояш сығыр алдынан ғына сәй эсеп бөтә инек кеүек». Бер гәзит уҡыусыбыҙ ошондай һорау бирә. 

Нишләп сәхәр эсеүҙе ҡояш сығыуҙан 2 сәғәт алдан тамамларға кәрәк?
Нишләп сәхәр эсеүҙе ҡояш сығыуҙан 2 сәғәт алдан тамамларға кәрәк?

Сәхәрҙе ҡайһы ваҡытта эсергә кәрәклеге хаҡында хәҙистәрҙә, Ҡөрьәндә әйтелә. Мәҫәлән, «Әл-Бәҡара" сүрәһенең  187-се аятында был хаҡта яҙылған. Унда:«Сәхәр ваҡыты етеп, төн менән таң айырырлыҡ ваҡыт еткәнгә тиклем, ашағыҙ, эсегеҙ, шунан һуң төнгә тиклем ураҙа тотоғоҙ»,- тиелә. Беҙгә шулай сәхәр эсергә Аллаһы Тәғәлә бойорған. Элек боронғолар, сәғәтте ҡарамайынса ла, иртән таң нуры ҡараңғылыҡтан айырыла башлағанын да белгән.  

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас