Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля , 08:00

"Кейәүеңдең «теге нәмәһе» һәр ваҡыт үҙе менән йөрөй»

Ейәнсура районында Вәлит Илембәтовты күҙ йәше сыҡҡансы көлдөргәндәр.

"Кейәүеңдең «теге нәмәһе» һәр ваҡыт үҙе менән йөрөй»"Кейәүеңдең «теге нәмәһе» һәр ваҡыт үҙе менән йөрөй»
"Кейәүеңдең «теге нәмәһе» һәр ваҡыт үҙе менән йөрөй»

Сәй эсеп, тамаҡ ялғап алғас та, балыҡ тотоу ҡорамалдарын матайға һалып, Ҡороюл йылғаһына һыҙҙым. Күпме йөрөгәнмендер, арып-талып ҡайтып төштөм. Ҡатыным мин киткәс ошо ауыл егете Вәлит Илембәтов ҙур йомош менән килеүен әйтте. Ялында ҡунаҡта йөрөп, диңгеҙ балығы ашап, кеше көлдөрөп йөрөүе ялҡытҡандыр, күрәһең һәм ул һыуға төшөп йылға балығы «баҫтырып», тән яҙырға уйлағандыр. Серәкәйҙән таланып ҡармаҡ һалыу ултырыуға ҡарағанда өсмөйөш, йәғни урыҫсалап әйткәндә, «косынка» менән балыҡ тотоуы күпкә еңелерәк бит. Ул ваҡытта был ҡорамал бик һирәк кешеләрҙә генә булды, сөнки уны үреү үҙенә күрә оҫталыҡ һәм түҙемлек талап итте. Шул «косынка» һорап килгән икән.

Мине өйҙә тап итмәгәс, йомошон кәләшкә әйтеп биргән. «Үҙе кәрәкмәй ҙә ул, кейәүҙең «теге нәмәһен» һорап торорға,- тигән.Ҡапыл ғына косынканың исемен онотҡан, күрәһең.

-Кейәүеңдең «теге нәмәһе» һәр ваҡыт үҙе менән йөрөй, - тигән яуапты ишеткәс, эсен тотоп, күҙ йәше сыҡҡансы көлөп, боролоп сығып киткән.

Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһендә ниндәй боҙоҡлоҡ күргәндер, үҙенә генә мәғлүм. Әммә төҙҙө ҡыйышҡа «һаплап» йөрөгән әртискә көлкөлө тойолған.

Кәбир Яҡупов.

Ейәнсура районы, Иҫәнғол. 2010 йыл.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас