Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль , 12:09

Хайуандарҙа ҡотороу ауырыуы булғанда

Хайуандарҙа ҡотороу ауырыуын иҫкәртеү тураһында — Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгестәре.  

Хайуандарҙа ҡотороу ауырыуы булғандаХайуандарҙа ҡотороу ауырыуы булғанда
Хайуандарҙа ҡотороу ауырыуы булғанда

Төбәктә йыл һайын ҡотороу сиренең 10-15 осрағы теркәлә. Эттәр, бесәйҙәр, төлкөләр, бүреләр, терпеләр һәм ярғанаттар хәүеф тыуҙыра. Инфекция тешләү йәки зарарланған тән тиреһенә һеләгәй эләгеүҙән барлыҡҡа килә. Йорт хайуандарын һаҡлауҙың берҙән-бер ышаныслы ысулы – ваҡытында вакцина яһатыу һәм уларҙың тәртибен иғтибар менән күҙәтеү.

✔ Вакцинация

Бесәйҙәргә һәм эттәргә ҡотороу сиренә ҡаршы прививкалар бөтә дәүләт ветеринария клиникаларында бушлай яһала.

✔ Вакцинацияның схемаһы

Бесәй балаларына 8-9 аҙналыҡ сағында, артабан 10-28 көн үткәс прививка яһала. 12 аҙнанан һуң прививка ҡабатлап яһала. Көсөктәрҙе 8-12 аҙналыҡ сағынан шул уҡ схема буйынса вакцинациялайҙар, Прививкалар тарихы билдәһеҙ оло хайуандар вакцинацияланмаған тип иҫәпләнә – уларға 3-4 аҙна арауығында ике прививка яһайҙар.

✔ Вакцинацияға әҙерлек

❶ Ветеринар тикшереүе (прививканы ауырыу, хәлһеҙ, шулай уҡ быуаҙ инә хайуандарға яһамайҙар).

❷ Процедураға тиклем 10-14 көн алда гельминтарҙан таҙартыу (препаратты табип кәңәше буйынса һайлап).

❸ Процедура көнөндә майлы һәм ауыр аҙыҡ бирмәҫкә. Табипҡа барыр алдынан 2-3 сәғәт ашатмаҫҡа.

✔ Прививканан һуң ҡарау

Ике аҙна эсендә башҡа хайуандар менән (шул иҫәптән, урамда йөрөгән йорт хайуандары менән) бәйләнеште өҙөгөҙ. Оҙаҡ йөрөүҙән, һыу ҡойоноуҙан, стресстан һәм физик көсөргәнешлектән һаҡлағыҙ.

✔ Тешләнгәндә нимә эшләргә

Йорт хайуандарын тешләһәләр, ашығыс рәүештә ветеринарға мөрәжәғәт итегеҙ, бигерәк тә берәҙәк йәки ҡырағай хайуан һөжүм иткән булһа. Вакцинация пункттары тураһында мәғлүмәтте райондың ветеринария хеҙмәтендә асыҡлағыҙ: vk.cc/cda9R2 Ветеринария буйынса дәүләт комитетының Ҡыҙыу линияһы: 8 (800) 77 55 828

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас