Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль , 09:30

Федераль олимпиада шәп мөмкинлектәр бирә

Дүрт йыл дауамында һаҡланған юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инеү мөмкинлеге. Ай һайын 60 мең һум стипендия. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса бишенсегә уҙған федераль олимпиада ошондай мөмкинлектәр бирә. Шәп бит!

Федераль олимпиада шәп мөмкинлектәр бирә
Федераль олимпиада шәп мөмкинлектәр бирә

Ә бының өсөн бары үҙ телеңде белергә, яратырға һәм өйрәнергә генә кәрәк.

Киңерәк алғанда, олимпиада Рәсәйҙең 72 төбәгендә тап туған телдәр буйынса ойошторола. Ике этаптан торған бәйгенең икенсе өлөшө ошо көндәрҙә генә Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетында уҙҙы. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинанан олимпиада хаҡында тулыраҡ һөйләүен үтендек.

– Ил кимәлендә был бәйгене башлап ебәргәндә, 5 кенә юғары уҡыу йорто инек. Хәҙер был һан 35-кә етте, – ти ул. – Тәүге йылды республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 300-ләп уҡыусы белемен һынап ҡараһа, быйыл онлайн этапҡа 800-гә яҡын уҡыусынан яуаптар килде. Шуларҙың 346-һын бөгөн беҙҙә сәләмләүемә шатмын. Географияны ҡараһаҡ, йылдағыса, иң ҙур команда – Ейәнсура районынан. Стәрлетамаҡтар ҙа ҡалышмай, Өфөләге Республика инженер лицей-интернаты ла маҡтауға лайыҡ. Иң-иңдәр генә еңеүсе буласаҡ. Ғөмүмән, олимпиада балаларға ҙур мөмкинлектәр аса.

Олимпиада үтте, һөҙөмтәләр барлана. Туған телебеҙҙе һәм әҙәбиәтебеҙҙе иң шәп белеүселәрҙе июнь айында ҡотлаясаҡбыҙ. Ә башҡа уҡыусыларға теләгебеҙ – әйҙә, һеҙ ҙә әҙерләнегеҙ, ҡатнашығыҙ!  

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас