Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля , 07:00

Ағинәйҙәр башлаған изге эш быйыл да дауам итә

Изге Рамаҙан айы уңайынан Хәйбулла районының Өфө ауылындағы «Ләйсән» магазинында «Саҙаҡа кәштәһе» булдырылған.

Ағинәйҙәр башлаған изге эш быйыл да дауам итәАғинәйҙәр башлаған изге эш быйыл да дауам итә
Ағинәйҙәр башлаған изге эш быйыл да дауам итә

Был хаҡта Хәйбулла районының башҡорттары төркөмөндә хәбәр итәләр.

- Солтановтарҙың һатыу нөктәһендә мәрхәмәтле урын булдырыу үҙе бер йолаға әйләнеп бара. Һәр ваҡыттағыса магазин һатыусыһы Алсу Рәсүл ҡыҙы «Саҙаҡа кәштәһе»нең әүҙем эшләүенә ҙур булышлыҡ итә. Һәр кем хәйер иҫәбенән был кәштәгә аҙыҡ-түлек ҡалдыра ала, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала.

Ауылдың ағинәйҙәре башлаған изге эш быйыл да дауам итә. Быйылғы йылда МХО-ла булған егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыу өсөн айырым урын билдәләнде. Әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ, изге айҙа ҡылған эштәрегеҙҙең сауаптары насип булһын!- ти өфөләр.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас