Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль , 13:33

Шифалы ризыҡ

Ифтарға витаминлы ла, туҡлыҡлы ла турама әҙерләп ашағыҙ.

Шифалы ризыҡ
Шифалы ризыҡ

Уны эшләү өсөн бер кишер, бер алма, бер сөгөлдөр, әҙерәк грек сәтләүеге, йөҙөм, бер аш ҡалағы зәйтүн майы йә көнбағыш майы, тоҙ кәрәк.

Сей кишерҙе, алманы, сөгөлдөрҙө әрсеп, ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Әҙер массаға йөҙөм, кипкән грек сәтләүеге, тәменсә тоҙ, май һалып болғайбыҙ. Емештәргә алманың һуты һеңгәнсе тураманы һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк.

Ризығығыҙ шифалы булһын!

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас