Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль , 10:30

Мәсетлеләр саҡ аҡсаһыҙ ҡалмағандар!

Сәнки бер иргә бурыстарын ҡаплар өсөн 12 миллион аҡса кәрәк булған.

Мәсетлеләр саҡ аҡсаһыҙ ҡалмағандар!
Мәсетлеләр саҡ аҡсаһыҙ ҡалмағандар!

Мәсетле районында ир 12 миллион һум аҡса урлау өсөн монтировка менән банкоматты таларғ уйлаған.

Төбәк Эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, ғәйепләнеүсе,  сығышы менән Балаҡатай районынан, уға  34 йәш.  Ир бер ай буйына енәйәт ҡылырға әҙерләнгән.

Ул банкоматтың ҡоролошон ентекләп өйрәнә һәм һөжүм өсөн районда кешеләр аҙ булған ерҙе һайлай. Енәйәт ҡылыусы, эҙ ҡалдырмаҫ өсөн, камуфляж һәм бирсәткә кейә. Банкоматтың бер өлөшөн монтировка ярҙамында асып алғас, сигнализация эшләй, һәм ул енәйәт урынынан ҡаса. Ир машинаһына ултырып Өфөгә юллана, әммә уны юлда ҡулға алалар.

Билдәле булыуынса, ирҙең ҙур күләмдә бурыстары йыйылып киткән була, шуға ла ул енәйәт юлына баҫа.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас