Ул махсус уҡыған, әле разведка үткәрә, подразделениеларҙың эшенә төҙәтмәләр индереү менән шөғөлләнә. Уның һүҙҙәренсә, БПЛА операторының эше иғтибар һәм аныҡлыҡты талап итә. Яугир әйтеүенсә, дрондар һөжүмдәрҙең һөҙөмтәлелеген арттыра, оборонаны көсәйтә һәм яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр ҙә БПЛА операторҙарының хеҙмәте тураһында һорауҙарығыҙ булһа, уларҙы 122 номеры буйынса бирергә мөмкин.