Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль , 15:47

Яугирҙың ҡатынын ҡыуандырғандар!

Республикабыҙҙағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре изге эшен дауам итә. Дүртөйлө ҡалаһында ошо штабҡа ҡараған  2-се лицейҙың йәш ирекмәндәре яугирҙың ҡатыны Элеонора Станислав ҡыҙына ярҙам иткән.  

Яугирҙың ҡатынын ҡыуандырғандар!
Яугирҙың ҡатынын ҡыуандырғандар!

Уның ире алғы һыҙыҡта булғанда, уҡыусылар ишек алдындағы ҡарын көрәгән. Һай, маладис, балалар!

– Шайморатовсылар эшкә тотонһа, көрттәр ҙә күҙ алдында ирей. Яугирҙар тыныс һәм хәрби бурыстарын теүәл үтәһен өсөн, беҙ уларҙың ғаиләләре менән һәр ваҡыт бергә, –ти  Дүртөйлөләге  Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас