Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль , 11:13

Ураҙа тотҡанда ниндәй ризыҡ ҡулай?

Сәхәрҙә бутҡа ашарға тырышығыҙ. Боронғолар манный бутҡаһы бешергән.

Ураҙа тотҡанда ниндәй ризыҡ ҡулай?
Ураҙа тотҡанда ниндәй ризыҡ ҡулай?

Шулай уҡ йомортҡа ла оҙаҡ ваҡыт туҡ тота. Был ризыҡты ашағас, һыуҙы күберәк эсергә кәрәк. Сөнки йомортҡа һыуһата икәнен онотмағыҙ. Сәтләүектәр ҙә туҡлыҡлы.

Ураҙаны итһеҙ тотоу ауыр. Сәхәрҙә ашалған әҙ генә итле тәғәм дә көнө буйы туҡ йөрөтә.

Тоҙланған ризыҡты ураҙа мәлендә ашамай торорға кәңәш итәләр. Сөнки аҙағынан һыуһатып ыҙалатасаҡ.

Ә бына йәшелсә, емеш-еләкте, киреһенсә, күберәк ашарға кәрәк. Һыулыраҡтары бигерәк тә килешә. Хөрмә емеше менән ауыҙ асыу организмды туйҙыра, сауаплы ла ғәмәл.

Шулай уҡ ураҙа тотҡанда һыуҙы даими эсергә кәрәк, һурпалы аш та көндәлек аҙыҡ исемлегендә булырға тейеш.

Әлбиттә, үҙең бешергән ризыҡта бәрәкәт бар. Әсетеп, майға бешерелгән, сөсө икмәк ураҙаны еңел тоторға ярҙам итер.

Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас