Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр була, «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын алып бара.
1994 йылдан алып
Таңһылыу Ҡарамышева «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире була.
Ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ🤲🤲