Шәриғәт яғынан ҡарағанда, ҡатын- ҡыҙ биҙәнһә, уның ураҙаһы боҙолмай. Тәнгә крем кеүек нәмәләр һөртөргә була. Ә бына тырнаҡҡа гель- лак һөртһәң, ураҙаны ғына түгел, тәһәрәтте лә боҙа. Ни өсөн тигәндә, тәһәрәт алған саҡта беҙҙең тәнебеҙҙең һәр өлөшөнә һыу тейергә тейеш.
Әгәр ҙә ураҙа тотҡан ҡатын- ҡыҙ бик ныҡ биҙәнһә, артыҡ ныҡ хушбуй һибенһә, ул ваҡытта ураҙаның әжер-сауабы кәмей. Шуға күрә ураҙа тотҡан ҡатын-ҡыҙҙың биҙәнеүе күҙгә ташланып тормаҫҡа, ир-егеттәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итмәҫкә тейеш.