Уны эшләү өсөн ике сөгөлдөр, грек сәтләүеге, анар емештәре, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, тоҙ кәрәк.
Сей сөгөлдөрҙө әрсейбеҙ. Эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Шунан ҡаймаҡ һалып тоҙлайбыҙ. Грек сәтләүеген киптереп, ваҡлап, сөгөлдөргә ҡушабыҙ. Әҙер массаны һауытҡа һалып, анар емештәре, грек сәтләүеге менән биҙәйбеҙ. Тураманы әҙерәк һыуытҡыста ултыртып алһаң, бигерәк тә тәмле була.
Ризығығыҙ татлы булһын!
Фото: асыҡ сығанаҡтан.