Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль , 09:45

Ил батыры – кем тиһәгеҙ, Ил батыры беҙҙең арала

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән төп белем биреү мәктәбендә махсус хәрби операцияға арналған ике сара ойошторолдо. Фронтта батырҙарса һәләк булған Насир Нафиҡов, Линур Әғәҙуллин һәм Рәшит Хәмитовҡа бағышланған «Герой партаһы» асылды. Шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы эфирында яңғыраған «Ил улдары» тапшырыуы геройы Насир Басир улы Нафиҡовтың «Хәтер кисәһе» үтте.

Ил батыры – кем тиһәгеҙ, Ил батыры беҙҙең арала
Ил батыры – кем тиһәгеҙ, Ил батыры беҙҙең арала

Сараларҙа яугир ветерандар, «Юлдаш радиоһы»ның «Барыһы ла Еңеү өсөн!» тип берләшкән журналист-ирекмәндәре Зөһрә Арсаева, Динара Сафина, Сәриә Рамазанова, Лилиә Фазулова, Гөлшат Имелбаева, махсус хәрби операция барышында һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләре ойошмаһының Ҡырмыҫҡалы районы төбәк бүлексәһе ағзаһы Регина Бикҡолова,  Пионерҙар йорто директоры Эльвира Баязитова, Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова, МХО яугирҙарының яҡындары, туғандары, ауылдаштары, уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Был ябай ғына сара түгел, ә утты-һыуҙы үткән яугир ветеран Алексей Плотниковтың  ғәзиз балаһын, ирен, ағаһын, туғанын, яҡынын юғалтҡандар менән күҙгә-күҙ ҡарап, уларҙың хәтирәләре менән бүлешеп, йөрәктән-йөрәккә етерлек сығыштарҙы тыңлап, был оло «Тормош һабағы» дәресе икәнен аңлайһың.

– «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған «Герой партаһы» патриотик проекты үҫеп килеүсе йәш быуынды хәрби операцияла ҡатнашыусылар өлгөһөндә тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған. Ул  илдең бөтә мәктәптәрендә лә ҡуйыла, тик уларҙың һәр береһенең үҙ Геройҙары. Уҡыусылар иң элек үҙ ауылында, районында, Башҡортостанында тыуып-үҫкән геройҙарҙы яҡшы белергә тейеш. Геройҙарыбыҙҙы исемләп беләбеҙ икән, уларҙың рухын ихтирам итәбеҙ икән – был ифрат изге эш. Әгәр һәр уҡыусы илһөйәрлек тойғоһон йөрәге аша үткәрә икән – киләсәгебеҙ ышаныслы, – тип иҫәпләй сараны ойоштороусы уҡытыусылар.

Бәләкәй генә Үтәгән ауылынан төрлө йылда 12 егет мәктәптә белем алып, оло тормош юлына аяҡ баҫып, тормош юлында төрлө һынау аша үтеп, тыуған еребеҙ именлеген яҡлап, тыныс тормош өсөн йәнен-тәнен аямай ил һағына баҫа. Улар сыҙамлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, хатта киләсәгебеҙҙең именлеге өсөн йәндәрен дә аямай. Бына улар:

Беренсе «Герой партаһы» – махсус хәрби операция батыры, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугиры Насир Нафиҡов исеменә асылды.

Насир Басир улы 1973 йылдың 22 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында тыуа. Үҫә төшкәс,  ата-әсәһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына йәшәргә күсә, 7-се  мәктәптә белем ала. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 54-се һөнәрселек училищеһында «Машиналар ремонтлау слесары» һөнәре буйынса белемен камиллаштыра. Һуңғы йылдарҙа тыуған яғына ҡайта, Прибельск ауылында йәшәй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшен еренә еткереп башҡара, дуҫтары, хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт ҡаҙана.

Махсус хәрби операция башланыу менән Насир Нафиҡов хәрби комиссариатҡа бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Ул ил алдындағы һыналыш мәлендә ситтә ятып ҡалырға теләмәй,  Ватанды һаҡлаусылар рәтендә булырға хыяллана. Ниһайәт, 2023 йылдың 14 мартында Рәсәй Федерацияһының Оборона Министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға юллана. Ул Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон сафына баҫа. Граната ырғытыусы булараҡ, хәрби бурыстарҙы еренә еткереп башҡара. Хатта һуңғы батырлығын күрһәткәндә ғүмерен дә йәлләмәй. 2023 йылдың 21 майында Донецк Халыҡ Республикаһының Артемовск янында ҡаты алышта Бахмутты азат итеүҙә Насир Нафиҡов батырҙарса һәләк була һәм яу яланында күрһәткән батырлығы өсөн Рәсәй Президенты указы менән «Батырлыҡ ордены» бирелә.

Икенсе «Герой партаһы» Рәшит Хәмитов исемен йөрөтәсәк. Ул 1992 йылдың 14 июнендә Благовар районында тыуа. Егеттең бала һәм үҫмер йылдары Яңы Ҡыйышҡы ауылында дауам итә. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ул ололарға ярҙам итә, спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Тормоштан йәм таба белгән Рәшит Рәфис улы әрме сафында ла хеҙмәттәштәре араһында кешелекле, ярҙамсыл, иғтибарлы булыуы менән айырылып тора. Һалдат тормошон лайыҡлы үткән егет, махсус хәрби операция башланғас, ил алдындағы һыналышҡа тыныс ҡала алмай, 2025 йылдың 1 февралендә   контракт төҙөй һәм уҡсылар батальонында хеҙмәтен дауам итә. Ҡыйыу егеттең ғүмере 2025 йылдың 4 июлендә ҡаты алыштар ваҡытында өҙөлә. Рәшит Рәфис улы Хәмитов, һәләк булғандан һуң, Рәсәй Президенты указы менән «Батырлыҡ ордены»на лайыҡ була.

Өсөнсө «Герой партаһы» Линур Әһәҙуллиндың батырлығы тураһында һөйләп торасаҡ. Линур Тимерғәзи улы 1980 йылдың 18 октябрендә Үтәгән ауылында тыуа, Салауат ҡалаһының 11-се мәктәбендә белем ала. 1996 йылда 32-се һанлы һөнәрселек училищеһында газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Линур спортты ярата, хоккей, еңел атлетика менән яратып шөғөлләнә. Уҡыусылар һәм йәш үҫмерҙәр араһында патриотик тәрбиә эше алып барыуҙа бик әүҙем ҡатнаша. Ул һәр ваҡыт яҡындарына, туғандарына ярҙам итә. Ололарға ҡарата иғтибарлы, мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙыуы менән тиҫтерҙәре араһында айырылып тора. 2025 йылда Линур үҙ теләге менән махсус хәрби операция юллана. Киткән саҡта: «Беҙ Еңеү менән ҡайтабыҙ!» – тип яуға күтәрелгән батыр егет Линур Тимерғәзи улы Әғәҙуллиндың ғүмере 2025 йылдың 29 июлендә өҙөлә.

Сараның тантаналы мәлендә «Герой партаһы»н асыу хоҡуғы ҡурҡыу белмәҫ батыр егеттәрҙең яҡындарына, туғандарына бирелде.

«Герой партаһы» артына ултырып уҡыясаҡ уҡыусылар Ватанды яратырға, уның батырҙары иҫтәлеген ихтирам итергә, уҡыуҙа, спортта һәм эштә алдынғы булырға, сәләмәт тормош алып барырға, ғәҙел, тәртипле булырға ант итте.

«Хәтер кисәһендә» радиобыҙҙың журналист-ирекмәндәре сығыш яһаны. Үтәгәндәрҙең дәүер геройҙарының исемдәрен мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләйәсәгенә шаһит булдыҡ. Мәктәптә лә, ауыл кимәлендә лә бик күп эш башҡарыла. Тематик класс сәғәттәре, саралар – барыһы ла балаларҙа тыуған илде һөйөү, үҙ халҡы менән ғорурланыу тойғолары уятыуға йүнәтелгән. Әгәр ҙә уҡыусыларыбыҙ халҡыбыҙҙың данлы үткәне хаҡында белә, бөгөнгөһө менән ғорурланыу кисерә икән, педагогок коллектив, ата-әсәләр алдындағы тәрбиәүи бурыс тормошҡа ашасаҡ.

Мәктәптә үткән сараларҙан һуң, ирекмән журналистар яугирҙарҙың ҡәберенә зыярат ҡылды һәм һуңынан, ауыл халҡы, дин әһелдәре менән бергә мәсеттә яугирҙарҙың рухына бағышланған аятты тыңлап, ифтарҙа булып, ауыл халҡы менән ихлас аралашып, ҡайтыу яғына Өфөгә юлландыҡ.

Беҙҙең эш планы тулыһынса тормошҡа ашты. Бында мөғжизәһеҙ ҙә булмағандыр, тип уйлайым. Юлға сыҡҡанда Өфөлә матур итеп ҡар яуып ҡалһа, юлда көслө буран сығып, юл ҡатмарлы булды, ә Үтәгән ауылына яҡынлашҡас, көндөң салт аяҙ булыуы беҙҙе хайран итте.

Эште йомғаҡлап, ҡайтыуға ҡуҙғалдыҡ. Матур, тыныс ҡына итеп ҡояш байып, кискә ауышҡан Үтәгән ауылын ҡалдырып, бер аҙ китеү менән күҙ асҡыһыҙ буран ҡупты. Алда күҙгә төртһәң дә, бер ни ҙә, хатта ҡаршы килгән машина ла күренмәй. Бер аҙ аптырашта ҡалып, нисек ҡайтып етербеҙ инде, тигән уй баштан йүгереп үтеүе булды, әлеге буран бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Был күренеште хәйерлегә юрап, яугир егеттәрҙең рәхмәтле булып, беҙ тере, һеҙҙең арала, тип иҫкәртеүелер, тип фаразланыҡ.

Гөлшат ИМЕЛБАЕВА.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас