Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраля , 05:30

Иң шәп бүләк – Ҡөрьән китабы

Уны ғәрәпсә уҡый белгән кешегә бүләк итһәң, үҙеңә лә, бүләк алған кешегә лә сауап яҙыла. Әгәр ҙә Ҡөрьәнде бүләк итеп алған кеше уны  уҡып тора икән, сауап һәр ваҡыт килеп торасаҡ ин шәә Аллаһ.

Иң шәп бүләк – Ҡөрьән китабыИң шәп бүләк – Ҡөрьән китабы
Иң шәп бүләк – Ҡөрьән китабы

Ҡөрьән бүләк итеү саҙаҡа-джәрийә һанала. Йәғни ул кеше үлеменән һуң да туҡтауһыҙ сауап яҙыла торған саҙаҡа, мәрхүм булғас та, уның сикһеҙ әжер-сауаптары килеп торасаҡ ин шәә Аллаһ.

Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм кешеләргә бүләк бирешергә ҡушҡан, улар араларҙы яҡынайта, тигән.

Әгәр ҙә ғәрәпсә уҡый-яҙа белмәгән кеше икән, башҡортса-русса тәржемәһе булған  Ҡөрьәнде бүләк итергә мөмкин. Был иһә динебеҙгә яҡынайырға ярҙам итәсәк.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас