Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль , 15:00

Фотолар йәнләнгән, ҡурсаҡтар телгә килгән

Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан социаль селтәрҙәрҙә «Башҡорт телендә һөйләшәм» тигән видеояҙмалар конкурсы ойошторғайныҡ. Уның шарты буйынса, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған ижади эштәр яһалма зиһен ярҙамында башҡарылырға тейеш ине. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта байтаҡ ҡына видеояҙмалар ҡабул иттек. 

Фотолар йәнләнгән, ҡурсаҡтар   телгә килгән
Фотолар йәнләнгән, ҡурсаҡтар телгә килгән

Конкурста ҡатнашыусылар һүрәттәрҙе  йәнләндереп, йырлатып, бейетеп тә, башҡортса һөйләтеп тә, туған телебеҙҙә шиғыр яҙҙырып, көйләтеп тә, роликтар эшләп тә ебәрҙе.

Ҡатнашыусыларҙың йәшен сикләмәгәйнек, мәктәп уҡытыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, уҡыусылар бик әүҙем ҡатнашты.

Өлкәндәр араһынан  Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зилә Ғатауллина менән Өфө ҡалаһынан  «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Илүзә Хазиәхмәтованың видеояҙмалары юғары баһаға лайыҡ булып, еңеүсе тип табылды.

Зилә Роберт ҡыҙы яһалма зиһен ярҙамында «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен беләһеңме?» тигән видеояҙма әҙерләгән. Был эш конкурста ғына түгел, ә көндәлек уҡытыу эшмәкәрлегендә лә ҡулланыу өсөн бик уңайлы. Уҡытыусылар уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә методик ҡулланма итеп файҙалана ала.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы яһалма зиһен менән күптән түгел генә дуҫлашҡан, уны  ни бары өс-дүрт ай ғына ҡуллана. Тәүҙә был яңы технология менән танышыу фотоларҙы йәнләндереүҙән башланған. Унан төрлө темаға һүрәттәр төшөрөп, уларҙы хәрәкәткә килтереүгә күскән. Зилә апай Яңы йыл байрамына балалар өсөн әкиәти роликтар ҙа эшләп өлгөргән.

Тәжрибәле педагог хеҙмәт юлын  28 йыл элек башлаған, шуларҙың 25 йылын ул Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға бағышлаған.

– Эшемде бик яратам, – ти ул. – Балалар менән эшләү –  ҡыҙыҡ та,  ҡатмарлы ла. Заман башҡа – заң башҡа тигән кеүек, балалар ҙа үҙгәрә. Йылдан-йыл уҡыусыларҙың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы кәмей, ә донъяға ҡарашы киңәйә. Улар бик күп нәмәне белә. Хатта беҙ 10 – 15 йыл элек иҫ киткес хәл итеп ҡабул иткән күренештәргә ғәҙәти хәл кеүек ҡарай. Шуға күрә уҡытыусы ла заман менән бергә атларға тейеш.

Зилә апай дәрес биреү менән генә сикләнмәй, уның Ютубта шәхси каналы ла бар. Ундағы шиғырҙарҙы  Рутубка ла күсерә башлаған. Был платформала уны «Зилә Ғатауллина» исеме аҫтында эҙләп табырға мөмкин.

Буш ваҡытын да файҙалы үткәрергә тырыша уҡытыусы: китап уҡый, бәйләй. Әммә хәҙер инде уның тормошона  яңы бер мауығыу – яһалма зиһен менән эшләү өҫтәлгән. Был уға уҡытыу эшендә лә ярҙам итә, балаларға телде  яңыса алымдар менән өйрәтеү мөмкинлеген бирә.

Зилә Ғатауллина кеүек уҡытыусылар булғанда  башҡорт теле йәш быуын күңелендә генә түгел, ә яңы технологиялар аша ла йәшәүен дауам итә. Улар заман менән бергә атлай, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү өсөн хәҙерге замандың барлыҡ мөмкинлеген файҙалана.

Икенсе еңеүсебеҙ – «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Илүзә Хазиәхмәтова беренсе тапҡыр яһалма зиһендең мөмкинлеген ҡулланып ҡараған. Был – уның өсөн яңы тикшеренеү өлкәһе. Эшкә тотоноуы бик уңышлы була: конкурсҡа ебәргән видеояҙмала ҡурсаҡтар һөйләшеп кенә ҡалмай, ә бейей ҙә. Был тылсымды булдырыуҙа тәрбиәсенең ғаиләһе лә, тәрбиәләнеүселәрҙең әсәләре лә ярҙам итә: ҡурсаҡ һөйләгән өлөшөн – бер баланың әсәһе, бейегәнен улы йәнләндерә.

– Үҙебеҙгә лә видеояҙма эшләү бик ҡыҙыҡ булды.  Балалар ҙа мауығып, йәнләндерелгән ҡурсаҡтарҙы  рәхәтләнеп ҡараны. Тәрбиәләнеүселәрем менән төрлө конкурста ла ҡатнашабыҙ, ата-әсәйҙәр ҙә ихлас ярҙамлаша, – ти 25 йыл ғүмерен балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бағышлаған тәрбиәсе.

Ә мәктәп уҡыусылары араһында  Бөрйән районы Байназар мәктәбенең Яуымбай филиалынан Ильяс Шәрипов, Өфө ҡалаһының 49-сы мәктәбенән Айзилә Яҡупова, шулай уҡ Василий Томаров исемендәге 147-се мәктәптән Диана Ибраева менән Илья Тоцковтың  (етәксеһе – Мәүзилә Үтәева) видеояҙмалары иң яҡшылары тип табылды. Еңеүселәргә гәзитебеҙҙең Шөһрәтнамәһе һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Ә ҡалған ҡатнашыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, уларҙың һәр береһенә Шөһрәтнамәләр юлланасаҡ.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас