

Ул командирҙы ҡотҡарып, «За спасение погибавших» миҙалы менән дә бүләкләнә. Башҡортостандың Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә герой хаҡында һөйләне.
Ауыр яраланғандан һуң Ғәли Рәхмәтуллин әүҙем тормошҡа ҡайта: спорт менән шөғөлләнә, «Батырлыҡ дәрестәре» үткәрә һәм Мораҡта фитнес-клуб асырға ла ниәтләй. Уға бөтә яҡлап «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы ярҙам итә.
Фото: Т. АМАНОВ.