Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль , 12:30

«Кальтич» өс тапҡыр яраланып, иҫән ҡалған!

Ул 2022 йылда махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Тәүгеләрҙән булып Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға яҙылып, «Кальтич» ҡушаматын ала.

«Кальтич» өс тапҡыр яраланып, иҫән ҡалған!
«Кальтич» өс тапҡыр яраланып, иҫән ҡалған!

Хәрби техниканы бүлгәндә «Кальтич» яугир егеттәргә үҙҙәренә оҡшағанды һайларға тәҡдим итә. Үҙенә етмешенсе йылдарҙа чех производствоһы сығарған БМП-ны алып, ремонтлап ала.

Уларҙың беренсе взвод төркөмө Безымянное ауылына һөжүм иткәндә, яугир беренсе тапҡыр яралана.

Дүрт көндән һуң тағы ла башына ауыр яра ала: ҡолағын өҙөп ала, күҙе йәрәхәтләнә, баш һөйәге һына.

– Бәхетемә иҫән ҡалдым. Ҡолағым эләгеп саҡ ҡына торғас, ҡырҡырға теләнеләр, тик бирмәнем, берәй нәмә эшләргә ҡуштым. Ҡолағымды ла, күҙемде лә тектеләр. Мин шул саҡта урманда машинала дошман ҡалдырған дарыуҙарҙы таптым. Улар беҙҙең кеүек, тик сит ил телендә генә яҙылған ине. Файҙаһы булды. Һуңынан Ростовта, Волгоградта, Өфөлә йыл ярым дауаландым. Унан тағы фронтҡа юлландым, – ти ул.

2025 йылдың ноябрендә өсөнсө тапҡыр яралана. Ярсыҡ башының маңлай өлөшөн һындыра, ҡулдарын һәм аяҡтарын ҡырҡа. Ул саҡта уларға пилотһыҙ аппараттар, генераторҙар һәм башҡа ярҙам килтерелә.

Үткән һәм хәҙерге һуғышты сағыштырып, яугир  госпиталдәрҙә һәр ваҡыт ауыр һәм күп яралылар булыуын белдерҙе.

– Хәҙер Бөйөк Ватан һуғышы кеүек ҡаты авиаһөжүмдәр юҡ. Улар урынына – дрон һөжүме, – ти ул.

«Кальтич» үҙе бер ни тиклем ваҡыт «техник»та хеҙмәт итә. БПЛА-ны йыйыу, ремонтлау һәм эшләтеп ебәреү менән шөғөлләнә. Уларҙың киләсәге барлығын аңлай.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

.

 

 

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас