+6 °С
Ясно


ОНОТМАҺЫНДАР
Тиҙ арала дошман кәрәк –
Берәү, бишәү, унау.
Бик күп кәрәк, бик күп кәрәк,
Кәрәк микән һанау…
Әйҙә улар һанаһындар
Барлыҡ ҡабырғамды.
Онотмаһын ғына кеше
Минең барлығымды.
Ауырып ятам. Дошман кәрәк –
Шулдыр, ахыры, име.
Һаман үлмәгән тип, дошман килеп
Хәлде белер ине.
Юлай Кәримов фотоһы.
"Йәшлек"те МАХ-та ла уҡы 