Күптәребеҙ ураҙаның йәшерен ғәмәл икәнен онотоп ебәрә. Үҙең әйтмәһәң, ураҙаламы һин, түгелме икәнлеген бер кем дә белә алмай. Кемгәлер һөйләп йөрөһәң, маҡтауға инеп, ураҙаның ҡабул булмауы, әжер-сауабын насип итмәүе лә бар. Ифтар фотоларын интернет селтәренә ҡуйыусылар ошо хаҡта уйлап та ҡарамай .
"Эй, бәндәләр, белеп тороғоҙ, ураҙа йәшерен ғәмәл булып Минең өсөн булған ғәмәл, уның әжерен дә Мин хисапһыҙ бирәсәкмен", - ти Аллаһы тәғәлә бер хәҙистә.
Беҙ ҡайҙа барһаҡ та, нимә эшләһәк тә , фарыз булған намаҙҙарҙы уҡыһаҡ та, ураҙаны тотһаҡ та - барыһын да Аллаһы Тәғәлә күреп тора.
Аллаһы Тәғәлә: "Әгәр ҙә бәндәләрем: ҡайҙа икән ул Аллаһ, беҙҙең тотҡан ураҙаларыбыҙҙы күрәме икән, ҡылған доғаларыбыҙҙы ишетәме икән, тип һораһалар, әйт һин уларға, эй, Мөхәммәт, Мин уларға бик яҡын, Мин уларға хатта үҙҙәренең муйын тамырҙарына ҡарағанда ла яҡыныраҡ. Доға ҡылыусының, әлбиттә, доғаһын ҡабул итермен, әгәр ҙә Минән һораһа, тик һорауы буш булмаһын", - тигән Аллаһы Тәғәлә.
Ураҙа тотоуыңды, ифтар табыны үткәреүеңде ҡайҙалыр интернет селтәренә ҡуймаһаң да, Аллаһы Тәғәлә барыһын күреп, белеп тора. Ихлас күңелдән тотолған ураҙалар ҡабул булһын ин шәә Аллаһ!