Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль , 09:00

Дәүләкән янында Дим аша күпер ремонтлауҙы тамамлаясаҡтар

Быйыл Дәүләкән районында «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты аша Дәүләкән — Талбазы юлында Дим йылғаһы аша күперҙе ремонтлауҙы тамамлау күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығында.

Дәүләкән янында Дим аша күпер ремонтлауҙы тамамлаясаҡтар
Дәүләкән янында Дим аша күпер ремонтлауҙы тамамлаясаҡтар

206 погон метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы ҡоролманың уң яғында былтыр эштәр тамамланған һәм хәрәкәт башланған. Подряд ойошмаһы күпер араларындағы плитәләрҙе һәм тимер-бетон балкаларҙы алмаштырған, яңы барьер һәм кәртә ҡуйған. Күперҙең һул өлөшөндә лә шундай уҡ эштәр башҡарыласаҡ. Ремонт уңайлы һауа торошо башланғас дауам итәсәк. Бөтә эштәр график буйынса бара.

"Күпер Дәүләкән районы халҡы өсөн бик мөһим, Унда 56 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ул Дәүләкәнгә ингән ерҙә урынлашҡан һәм ҡалаға Соколовка яғынан инеүҙе тәьмин итә. Уның аша көн һайын 1800-ҙән ашыу машина үтә, шул иҫәптән йәмәғәт транспорты һәм мәктәп автобустары. Шуға күрә күперҙе ремонтлау һәм юл йөрөүҙе хәүефһеҙ итеү мөһим.
Любовь Минакова, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күпер авария хәлендә ине, шуға күрә 2024 йылда юлсылар уны капиталь ремонтлай башланы. Ремонт барышында хәрәкәт бер һыҙат буйынса башҡарыла һәм светофор менән көйләнә. Эштәрҙе 2026 йылда тамамлау планлаштырыла.

Фото: Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас