

Сөнки ул һәр ваҡыт сәхәр эскән, был хаҡта хәҙистә хәбәр ителә. Аллаһ илсеһе сәхәбәләрен дә сәхәргә торорға өндәгән.
Сәхәрҙең икенсе бәрәкәте, өҫтөнлөгө шунда, беҙ күркәм эште үтәп, башҡа дин вәкилдәренән айырылып торабыҙ. Мәғлүм булыуынса, Аллаһы Тәғәлә сәхәрҙе мосолмандарға ғына бүләк иткән.
Сәхәрҙең өсөнсө бәрәкәте - ул ураҙа тоторға, ғибәҙәт ҡылырға көс бирә. Сәхәр ашамаһалар бик күптәргә ураҙа тотоу ҡыйын булыр ине, сәләмәтлеккә лә ауыр булыуы мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм: "Үҙеңә лә, башҡаларға ла зыян килтерергә ярамай", - тигән.
Сәхәрҙең дүртенсе бәрәкәте - кеше сәхәр эсеп, Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте күктең иң түбән баҫҡысына төшкән ваҡытта йоҡлап ятмай. Был ваҡытта Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдарынан доға көтә, теләк-һорауҙарын яуапһыҙ ҡалдырмай.
Бишенсе бәрәкәт - сәхәрҙә булыусыларҙы Аллаһы Тәғәлә һәм уның фәрештәләре ҙурлар. Сәхәрҙә мосолмандар өсөн иң яҡшы ризыҡ - финик емеше. "Мосолмандарға сәхәрҙә иң яҡшыһы финик менән туҡланыуҙыр", - тигән пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм. Табиптар әйтеүенсә, финик бик туҡлыҡлы, көн дауамында асығыу хисен тыуҙырмаҫҡа ярҙам итә.
Мосолмандарға ялҡаулыҡты еңеп, иртәнге сәхәргә торорға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм сөннәтенә эйәрһәк, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе нығыраҡ яратыр.