Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль , 13:08

"Аҡбуҙат" менән "Толпар"

Сибай ҡалаһының "Сулпылар" балалар баҡсаһында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған байрам үтте.

"Аҡбуҙат" менән "Толпар"
"Аҡбуҙат" менән "Толпар"

Был сарала өлкәндәр төркөмөнән "Аҡбуҙат" командаһы, мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән "Толпар" командаһы ҡатнашты. Байрамда башҡорт телендә яғымлы һүҙҙәр яңғыраны, һорау-яуап, дидактик уйындар үткәрелде. Балалар башҡорт халҡының аш-һыуын яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Бындай матур сараны тәрбиәселәр Нәркәс Райманова, Гөлиә Яҫыбаева, Алһыу Азаматова, Земфира Танһыҡҡужина, Гөлгөнә Исҡужина үткәрҙе. Байрамға Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Яугүл" халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе Дилара Рафиҡова килде.

#Туғантелдәркөнө

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас