Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль , 16:30

"Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде

  Асҡын районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы  «Фаза» позывнойлы яугир Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.  Был хаҡта район хакимиәте башлығы Динис Йосопов хәбәр итә.  

"Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде
"Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде

 Муниципалитет етәксеһе хәрбиҙең ата-әсәһенә ҡыйыу яугир һәм патриот ул тәрбиәләгән өсөн рәхмәт белдерҙе.   

«Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы — илебеҙҙең иң мәртәбәле наградаларының береһе.   Уны алыу — эшең менән Ватанға тоғролоғоңдо иҫбат итеү, уның мәнфәғәтен һәм граждандарҙың хәүефһеҙлеген һаҡлауға әҙер булыу тигәнде аңлата. Лайыҡлы ул һәм ысын патриот тәрбиәләгәндәре өсөн беҙҙең яҡташтың ата-әсәһенә рәхмәт белдерәм», —тине Динис Йосопов.

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас