Ураҙалағы кеше ғәйбәт, әҙәпһеҙлек һәм алдашыу кеүек нәмәләрҙән тыйылырға тейеш, юғиһә, ураҙа өсөн әжер-сауаптарҙан мәхрүм ҡалыуы ихтимал. Быға киләһе хәҙистәр дәлил.
«Берәйегеҙ ураҙа тотһа, гонаһ ҡылмаһын!»
«Ураҙала ялған һөйләп, ялған менән ғәмәл ҡылыуҙан туҡтамаған кешенең ас йөрөүенә Аллаһ мохтаж түгел!»
«Ураҙа тотҡан кешенең ас йөрөүҙән башҡа бүтән бер нәмәгә лә ирешмәүе ихтимал».
«Мин гонаһ ҡылам, ураҙа өсөн барыбер сауап булмаясаҡ», – тип, был фарыз ғәмәлде күрәләтә ҡалдырыу – әллә нисә тапҡыр ауырыраҡ гонаһ.
Ураҙабыҙҙы дөрөҫ һәм еңел тоторға яҙһын, әжер-сауаптарын насип итһен. Һәр беребеҙгә ныҡлы һаулыҡта, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙер- хөрмәтендә бәхетле ғүмер итергә яҙһын. Донъялар тынысланып, яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын ин шәә Аллаһ. Әмин!