Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраля , 09:50

Хушаф

Ифтарға һәм сәхәргә файҙалы эсемлек әҙерләйек.

Добавить в предпочтительные источники Google
ХушафХушаф
Хушаф

Бының өсөн 1 литр һөт, 25–30 финик кәрәк була.

Емеште йыуып, һөйәген алып, ваҡларға. Шул массаға һөт ҡойоп, талғын утта ҡайнатырға. Болғай-болғай торорға кәрәк. Һүрән утта 6–7 минут ҡайнатырға. Һыуынғас, блендер менән туҡып алырға кәрәк. Эсемлекте һыуытҡысҡа тығып торһаң, туңдырма тәмен ала.

Хушафты сәхәрҙә лә эсһәгеҙ, көнө буйы туҡ йөрөрһөгөҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова