Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраля , 01:00

Ураҙа хаҡында хәҙистәр

Пәйғәмбәребеҙҙең изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан:   "Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, – тигән (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). "Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай" (Ән-Нәсәи хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис). "Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ". (Бәйһәҡи хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).

Добавить в предпочтительные источники Google
Ураҙа хаҡында хәҙистәрУраҙа хаҡында хәҙистәр
Ураҙа хаҡында хәҙистәр

"Ураҙа тотоусы өсөн ике шатлыҡлы мәл бар: беренсеһе – ауыҙ асҡанда, икенсеһе – үҙ Раббыһы ҡаршыһында ураҙаһы өсөн әжер алғанда" (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).

"Ураҙа Ҡиәмәт көнөндә: «Йә Аллаһ! Мин уны көн буйына аҙыҡтан һәм тән теләктәренән тотоп торҙом, шуның өсөн бөгөн миңә уның өсөн шәфәғәтсе булырға рөхсәт бир», – тип ураҙа тотоусыны яҡлашып сығасаҡ" (Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, яҡшы хәҙис).

"Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында хуш еҫле май (мисек) еҫенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ" (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).

"Ураҙа – кешене Тамуҡ утынан ҡурсалап тороусы ҡалҡан һәм ныҡлы ҡәлғә" (Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).

"Аллаһ ризалығы өсөн бер көн ураҙа тотҡан кешенең йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Йәһәннәм утынан етмеш йыллыҡ араға алыҫайтасаҡ" (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).

"Аллаһ мәрхәмәтенә өмөт итеп ураҙа тотҡан кеше шул көндө үлеп ҡалһа, Йәннәткә инер" (Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).

"Йәннәттә әр-Раян тигән ҡапҡалар бар, улар аша ураҙа тотҡандар ғына үтә алыр, башҡа берәү ҙә үтмәҫ" (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан).

"Рамаҙан айы башланғас, Йәһәннәм ҡапҡалары ябылып, Йәннәт ҡапҡалары асыла, ә шайтандарға бығауҙар һалына» (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). "Рамаҙан айында тотҡан ураҙа ун ай буйына тотҡан ураҙаға тиң" (Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис). "Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Унан ярлыҡау өмөт итеп ураҙа тотоусы кешенең быға тиклем булған бар гонаһтары ғәфү ителер" (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан).

"Һәр ифтар (ауыҙ асыу) мәлендә Аллаһ Тәғәлә Уттан азат ителәсәк яңы кешеләрҙе һайлап ала» (Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).

Шәйх Мөхәммәт Салих әл-Мөнәджжиттең «Ураҙаға ҡағылышлы 70 төп ҡағиҙә» исемле китабынан.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова