Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль , 11:47

Ҙур һәм татыу ғаилә йылының логотибы раҫланды

Ул республиканың һәм тотош илдең традицион нигеҙе булған ныҡлы күп быуынлы ғаиләне кәүҙәләндерә, тип хәбәр итә хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте.

Ҙур һәм татыу ғаилә йылының логотибы раҫланды
Ҙур һәм татыу ғаилә йылының логотибы раҫланды

– Башҡортостанда 2026 йылды Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итеү – ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, йәмғиәттең гармониялы үҫеше өсөн шарттар булдырыу өсөн тағы бер мөмкинлек. Тематик йылдың төп маҡсаты – ғаиләнең, ҙур һәм дуҫ, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын күтәреү, – тип һөйләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

Ҙур һәм татыу ғаилә йылының логотибын төрлө форматтарҙа һылтанма буйынса күсереп алырға мөмкин.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас