Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль , 10:42

МХО-ла һәләк булған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә ярҙам

Башҡортостанда махсус хәрби операцияны һәм башҡа хәрби хәрәкәтте, шулай уҡ контртеррористик операцияны яҡтыртыу буйынса редакция заданиеһын үтәгәндә һәләк булған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең туғандарына һәм яҡындарына бер тапҡыр бирелә торған пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибе раҫланды.

МХО-ла һәләк булған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә ярҙам
МХО-ла һәләк булған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә ярҙам

Республика хөкүмәте ҡарары менән киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы тураһында Башҡортостан законына тейешле үҙгәрештәр индерелде.

Дәүләт ярҙамы саралары 2022 йылдың 24 февраленән барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла. Бындай ярҙам киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәренең тормош иптәшенә, бәлиғ булмаған, 18 йәше тулғансы инвалид булып ҡалған, шулай уҡ көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас