

Был хаҡта Иглин районының хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова хәбәр итә.
Яугир 2022 йылда Иглин районының Көҙәй ауылынан махсус операция биләмәһенә үҙ теләге менән китә. 2024 йылда РФ Оборона министрлығы менән контрактты оҙайта.
Ул разведка төркөмө составында дошман позицияларын һәм ерҙәрен разведкалау буйынса хәрби бурыстар үтәй. Операцияларҙың береһендә яҡташыбыҙ дошмандың дронын ҡорал менән атып юҡ итеп, яралы иптәшенә ярҙам итә һәм уны медицина ротаһы урынлашҡан яҡындағы пунктҡа эвакуациялай.
Ҡаһарманлығы өсөн РФ президенты Указы менән «Анубис» ҡушаматлы яугир «Һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы, I һәм II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы, Генерал Шайморатов миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.
Фото: Т. АМАНОВ.