Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль , 06:20

Ҡашмау

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли баш кейеме булған ҡашмауҙы никахҡа ингән йәш килен кейгән. Бала табыу йәшенән үткән ҡатындар таҫтар ябынған.

ҠашмауҠашмау
Ҡашмау

Ҡашмауҙың башлығы ҡыҙыл төҫтәге туҡыманан тегелә. Елкәнән арҡа буйлап биҙәкле арҡалыҡ (олон) төшөп тора. Ул ҡатындың толомдарын ҡаплап торорға тейеш. Олонға ҡабатланған төрлө төҫтәге ромб фигуралы биҙәк һалына.

Ҡашмау яулыҡ өҫтөнән кейелә, сәс һәм муйын күренеп торорға тейеш түгел. Эйәк аҫтынан ҡаптырма менән беркетеп ҡуйыла.

Һеҙҙең яҡта ошондай монаят һаҡланып ҡалғанмы? Нисек атала?

#Туғантелдәркөнө

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас