Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраля , 11:45

Нәсихәт

Йәй көндәрендә иртә тороғоҙ, мөмкин булғанда, таң атҡанда үә ҡояш ҡалҡҡан ваҡытта, тышта булығыҙ, донъяға яратылған гүзәл нәмәләрҙән, моңло тауыштарҙан ғибрәт алығыҙ, олуғ үә бөйөк булған йәндәр донъяһынан был бик тығыҙ үә мәшәҡәтле булған донъяға бер-ике көнлөк юлсы булараҡ килгәнегеҙҙе онотмағыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
НәсихәтНәсихәт
Нәсихәт

Ашау-эсеүҙән тыйылыу, ҡағиҙәгә ярашлы булғанда, фекерҙе уятыр, ҡан йөрөшөнә ярҙам бирер, ашҡаҙанды яҡшыртыр, һеңерҙәрҙе ҡеүәтләндерер, ашағы килеүҙе үә тән эҫелеген арттырыр, зиһенен асыр, уҡыуға үә аңлауға теләк уятыр.

Ауылда булған ваҡытығыҙҙа йорт үә ҡырҙа булған хеҙмәттәрҙе башҡарығыҙ, атҡа менеп йөрөгөҙ, һыуға төшөп йөҙөгөҙ, ҡош тауыштарын тыңлағыҙ, ҡул-аяҡ, һеңер үә башҡа тамырҙарығыҙҙы хәрәкәтһеҙ тотмағыҙ. Ҡалала булған ваҡытығыҙҙа, ҡайһы ваҡытта булһа ла – баҡсаға барығыҙ, тау башына менегеҙ! Һыу буйҙарында, йәшел үлән өҫтөндә, урман үә йылға буйында йөрөгөҙ, саф һауа һулағыҙ, күк йөҙөндә булған зәңгәр болоттарҙан ғибрәт алығыҙ!

(Әхлаҡ ғилеме).

Ризаитдин Фәхретдинов.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова