Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль , 16:00

Хуш киләһең, Рамаҙан айы!

Бөгөн, 18 февраль көнө, ҡояш байығас , мөбәрәк Рамаҙан айына инәбеҙ. Йәстү намаҙынан һуң тәүге тәрәүих намаҙы уҡыла. 19 февраль – Рамаҙан айының беренсе көнө булһа, 19 март – һуңғы көнө. Был айҙа көн һайын ураҙа тотоу, йәғни ҡояш ҡалҡҡан ваҡытҡа тиклем 2 сәғәт алдан сәхәр эсеп, ҡояш батҡанға ҡәҙәр ашамай, эсмәй тороу һәр мосолман кешегә фарыз ғәмәл һанала. Һүрәттәрҙә Өфө һәм Өфө районы өсөн 1-се көндә ураҙа тотоу, намаҙ уҡыу ваҡыттары күрһәтелгән, ураҙаға ниәт һәм ифтар доғалары ла бирелгән. 

Хуш киләһең, Рамаҙан айы!
Хуш киләһең, Рамаҙан айы!

19 февраль  көндө ҡояш ҡалҡыр алдынан ике сәғәт алда сәхәр ашағандан һуң фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошолай ниәт ҡылына:

«Нәүүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисал-лил-ләһи Тәғәлә» .

Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн тип таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем».

Ҡояш байығас, финик, тоҙ йәки һыу менән ифтар ҡылыу, йәғни ауыҙ асыу – сөннәт. Унан ошо доға уҡыла:

«Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡикә әфтартү фәғ-фирли йә ғаффәәру мә  ҡаддәмтү үә мә әххартү».

✅ Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас