

"Ял арба” мәғлүмәт-консультация үҙәге" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе Ғәзиз Вәлитов: «Ял итергә барырға булғас, үҙемә уңайлы ер тапманым. Шунан ошондай уй тыуҙы һәм уны тормошҡа ашырҙым.
Программалаусы булғас, интернетта кәрәкле мәғлүмәтте табыу, уны бер урынға туплау ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Үҙегеҙгә ял итеү өсөн урын эҙләһәгеҙ, " Yal Arba"ға мөрәжәғәт итегеҙ», - тип хәбәр итте.
Көйөргәҙе районы Күмертау ҡалаһынан булған был эшҡыуар халыҡҡа интернетта тиҙ генә сәйәхәткә барыу өсөн Башҡортостан эсендә матур урындарҙы табып бирерлек үҙәк тәҡдим итә.
Ғәзиз Вәлитов эргәһенә Өфө фән һәм технологиялар университетының беренсе курс студенттары, буласаҡ филологтар Зөлхизә Эниева менән Ләйсән Сәитғәлина килеп, киләсәктә үҙҙәрен ошо өлкәлә һынап ҡарарға кәңәштәр алды.
БР Кардиология үҙәге кадрҙар бүлегенең әйҙәүсе белгестәре Райхан Юлгилдина менән Марина Ващук студенттарҙы үҙҙәренә эшкә саҡырҙы, уларҙан анкета тултыртты.
Улар:"Етәксебеҙ Ирина Николаева - һәр ауырыуға, хеҙмәткәргә иғтибарлы табип. Ул 40 йылдан ашыу ошо өлкәлә хеҙмәт итә.
Медицина өлкәһенә белгестәр һәр саҡ кәрәк, беҙгә эшкә килһендәр!" – тип, йәштәр менән ихлас әңгәмәләште.
Фото: авторҙан.