Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль , 17:54

Ябығыу өсөн ураҙа тоторға яраймы?

Рамаҙан айы етә башлаһа, ҡайһы берәүҙәр, миңә лә ябығыу өсөн ураҙа тоторға кәрәк ине, ти башлай. Ураҙаны ябығыу өсөн тоторға яраймы, был дөрөҫ буламы? Күптәрҙе был һорау ҡыҙыҡһындыралыр.

Ябығыу өсөн ураҙа тоторға яраймы?
Ябығыу өсөн ураҙа тоторға яраймы?

Ураҙа — Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт. Шуға күрә ниәт ихлас һәм дөрөҫ  булырға тейеш. Беҙ иртән фарыз ураҙаны тотоу өсөн: «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем», – тип ниәтләнәбеҙ.

Ураҙаның ниәте шулай  дөрөҫ булырға тейеш. Әгәр ҙә һеҙ ябығыу ниәте менән ураҙа тотаһығыҙ икән, ураҙа дөрөҫ иҫәпләнмәй, Аллаһы Тәғәләнән әжер-сауап көтөлмәй.

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас