Шундай осраҡтарҙа «Мин ураҙала!» тигән кеше иң тәүҙә үҙен ҡулға ала, низағлашырға теләгән кешене лә иҫкәртә.
Ғөмүмән, рамаҙан айы үҙ-үҙеңде ҡулда тота белергә, тыныс булырға өйрәнеү өсөн яҡшы форсат бирә.
Сәхәр һәм ифтар ваҡыттарында күп ашау хупланмай. Был йәһәттән Пәйғәмбәребеҙҙең: «Әҙәм балаһы үҙ ҡарынынан да яманыраҡ һауыт тултырмай», – тигән хәҙисен хәтерҙә тотоу мөһим. Ашау өсөн йәшәргә түгел, ә йәшәү өсөн ашарға кәрәк.
Бәғзеләр иһә рамаҙан айында ла ашау-эсеүҙә саманы уҙа. Аҙыҡ бешереүҙә ярышҡан, бөтә хәсрәттәре «Ифтарға нимә бешерергә?» тигән һорауҙан ғибәрәт булған хужабикәләрҙең ғибәҙәт айын тейешле рәүештә үткәрергә ваҡыты ла ҡалмай. Хатта ҡайһы бер кешеләрҙең рамаҙанда, бүтән айҙарға ҡарағанда, аҙыҡ-түлеккә күберәк аҡса сарыф итеүе ихтимал.
Ураҙа бөткәндән һуң ашҡаҙан-эс ауырыуҙарына һәм һимереүгә зарланған кешеләр ҙә юҡ түгел. Ифтар мәлендә күп ашаған кеше тәрәүих намаҙҙарын да ауырлыҡ менән үткәрә. Йәки был намаҙға торорға бөтөнләй теләге юғалыуы ла ихтимал. Шул арҡала оло әжер-сауаптарҙан мәхрүм ҡала.
Рамаҙан айы – йомартлыҡ айы. Йомартлыҡ саҙаҡа өләшеү менән генә сикләнмәй. Белем таратыу; аҡсалата ярҙам; вазифаңа йәки көсөңә ҡарап, башҡаларға файҙа килтереү; кешеләр менән күркәм мөғәмәлә итеү – быларҙың барыһы ла йомартлыҡҡа инә. Ибн Ғәббәстән (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт ителгән: «Аллаһ рәсүле кешеләр араһында иң йомарты булды, ә иң нығы рамаҙанда йомарт ине», – тигән хәҙисте күҙ уңында тотоу мөһим.