Изге йолаға тоғро ҡалып, быйыл да бөйөк яҙыусының ижадына битараф булмаған, уның ижадын хөрмәт иткәндәр гимназия бинаһына һынау тоторға йыйылды. Бәйгенең ситтән тороу этабы 19 ғинуарҙан 29 ғинуарға тиклем үтһә, уны уңышлы үткәндәр баш ҡалаға проекттарын яҡларға саҡырылды.
– Бөгөн Зәйнәб Биишеваның ижадын аңлаған, уны хөрмәт иткән балалар йыйылды. Улар республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килде. Уҡыусыларға яҡшы сығыш яһауҙарын, жюри ағзаларына ғәҙел баһа биреүҙәрен теләйем, - тип сәләмләне Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы директоры Фәнил Нил улы Бүләков.
Унан ҡатнашыусылар проект эштәрен төрлө секцияларҙа яҡланы. Беҙгә «Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала» секцияһында ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһалау бәхете тейҙе. Был секция иҫтәлекле урындар буйлап экскурсия маршруттарын ойоштороуға арналғайны. Күңелгә үтеп инерлек сығыштар ҙа булды. Күгәрсен районының Мәҡсүт мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Айтуған Сәғитов бигерәк тә хайран ҡалдырҙы. Ул районындағы иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәт маршрутын тәҡдим итте, ҡайһыларында булғанын да һөйләне.
Ҡыйыу, һәр һорауға төплө яуап биргән егет уҡыуҙа ла бер ҙә һынатмай, «4», «5» билдәләренә генә уҡый. Район- республика кимәлендә шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай. Белем усағында - төрлө сараларҙы оҫта алып барыусы ла, етмәһә, көрәш менән дә шөғөлләнергә өлгөрә.
Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында XI класта уҡыусы Камилла Хәлилова ла күпте белеүе, төплө сығышы менән һоҡландырҙы. Ул да Күгәрсен районының иҫтәлекле урындары буйлап ике көнлөк сәйәхәт маршруты әҙерләгән. Һәләтле ҡыҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр ҙә яулап тора. Ул Владивостокка сәйәхәт тә отҡан.
«Зәйнәб Биишева үҙенең ижады менән халҡын, башҡорт әҙәбиәтен бейеклеккә күтәрҙе. Беҙ, гимназия коллективы, оло шәхестең исемен йөрөтөүебеҙгә һәм йыл һайын республика кимәлендә конкурс үткәреүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ», - тиҙәр гимназия коллективы.
Сарала Зәйнәб Биишеваның ейәне Таһир Әминев һәм килене Раушания Бәҙретдинова ҡатнашыуы бәйгегә оло мәртәбә өҫтәне.
- Ун өсөнсө тапҡыр ойошторолған конкурс уҡыусыларҙың тырышлығын, ижадын, һәләтен асырға булышлыҡ итә. Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен барыбыҙ ҙа яратып уҡыйбыҙ. Ул яратҡан яҙыусыларыбыҙҙың береһе булды, илһам сығанағы ла, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлаусы ла. Әҙибәнең ижадына булған һөйөүҙе уҡыусыларҙың, коллективтарҙың эшендә, сығыштарында күрҙек, - тине жюри рәйесе Зөләйха Хәбибуллина.
Ниһайәт, еңеүселәрҙе билдәләр мәл дә етте. «Бәхет менән тулы тормош төҙөйбөҙ» тигән башҡорт телендәге секцияла Ейәнсура районының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназияһынан Асҡар Юланов, рус телендә – Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһынан Инесса Туҡтарова, инглиз телендә ошо уҡ белем усағынан Алиса Гәрәева, Глеб Трифилов еңеүселәр булды. Ә «Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала» тигән экскурсия маршруттары секцияһында Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһынан Камилла Хәлилова 1-се урынға лайыҡ тип табылды. Әлеге белем усағынан Милена Зиязова Зәйнәб Биишеваның шиғырын биш телгә тәржемә иткән. Ул «Йырлап йәшәйем. Халҡым үҙе һөйөп, йырла, тиеп, бирҙе ҡәләмде» тигән секцияла «иң-иңе» булды. Уҡытыусылар өсөн онлайн-конкурста Күгәрсен районының Мораҡ ауылының 1-се мәктәбенән Роза Кузнецова еңеү яуланы. «Зәйнәб Биишева әҫәрҙәренән йәнләндерелгән сәхнә» тигәнендә әҙибә исемен йөрөткән гимназияның «Таланттар ҡалаһы» театр-студияһы гран-приға эйә булһа, Сибай ҡалаһының 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты уҡыусылары 1-се урынға лайыҡ булды. «Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы» – Белорет районы Инйәр ауылының 2-се мәктәбенән Рафаэль Фәхретдинов булһа, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы» – Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһынан Ева Шкуратова. Еңеүселәр һәм призёрҙарға – дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр, ә уҡыусыларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бындай саралар Зәйнәб Биишеваның әҙәби мираҫын киләсәк быуынға еткерергә ярҙам итә. Уҡыусылар әҫәрҙәрен уҡый, өйрәнә икән, уның ижады ла киләсәктә йәшәйәсәк.