Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль , 10:30

Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе

ЮлайКәримовфотоһы

Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе
Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе

Бөгөн — Рафаэль Сафиндың тыуыуына 94 йыл.

Башҡорт шағиры һәм драматургы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Күргәнем бар минең
тол ҡатындар бейегәнен
45-тә - Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул дауыллы бейеү
күҙ алдымда минең бөгөн дә).

Сәсрәп тора улар бейегәндә,
күктә түгел, залда ут-йәшен.
Бейей улар, берсә көлә-көлә,
һыға-һыға берсә күҙ йәшен.

Ел-ямғырҙа талдар бөгөлә-һығыла
сайҡалыша йылға ярында.
Талдар кеүек бөгөлә-һығыла бейей
тол ҡатындар байрам залында.

Күңелдәре ярты-йорто бәхет,
етем яҙмыш өсөн тулышҡан;
бейей улар арып йығылғансы,
ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа.

Күргәнем бар минең
аяҡһыҙҙар бейегәнен
45-тә - Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә).

Матур баҫа белмәй улар, ләкин,
күр, уларҙа күпме ут яна!
Йөҙҙәрендә - шатлыҡ, күҙҙәрендә
әле булһа нәфрәт һаҡлана.

Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡ
онотолалыр яйлап, тигәнгә.
Йөрәк тетрәй, туҡ-туҡ
һуғылғанда ағас аяҡ ағас иҙәнгә.

Туҡ-туҡ, гүйә, улар иҫкәртәләр
фажиғәһен үткән һуғыштың.
Туҡ-туҡ, гүйә, шулай раҫлай
улар еңә барыу көсөн тормоштоң.

Күргәнем бар...
Сығып киткәнем бар
ауыр һулап байрам залынан.
Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе,
ах, күрмәһәм ине яңынан!

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор: Юлай Кәримов
Читайте нас