Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль , 17:58

Ейәнсура ҡыҙына бергәләп ярҙам итәйек!

Тиҙҙән Рамаҙан айы башлана — саҙаҡа һәм изгелектәр өсөн сауаптар айырыуса артҡан бәрәкәтле ваҡыт.

Ейәнсура ҡыҙына бергәләп ярҙам итәйек!
Ейәнсура ҡыҙына бергәләп ярҙам итәйек!

Ошо изге ай алдынан һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Ейәнсура ҡыҙы, йәш әсәй Таңсулпан Миҙхәт ҡыҙы Уйылданова (Ҡарабулатова) Шумаков клиникаһында тикшереү үтә. Уға үпкә күсереп ултыртыу (трансплантация) операцияһы кәрәк, иншәә Аллаһ. Әлеге ваҡытта улар ғаиләһе менән Мәскәүҙә. Ваҡытлыса ҡунаҡханала йәшәйҙәр, әммә хаҡтар бик юғары, шуға күрә фатир эҙләйҙәр. Фатир кәрәк: — 1–2 бүлмәле — клиникаға яҡын райондарҙа (Красногорск, Путилково, Химки, Строгино, Тушино, Сокол һ.б.) — риэлторһыҙ, туранан-тура хужанан. Әгәр ҙә һеҙҙең йәки таныштарығыҙҙың буш фатиры бар икән — зинһар, ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Кемдең мөмкинлеге бар — саҙаҡа менән дә ярҙам итә ала.

Күп булмаһа ла, ихлас бирелгән бәләкәй генә ярҙам да ҙур сауапҡа сәбәп булыр, иншәә Аллаһ. Телефон номеры: 8 937 334 81 58 сбербанк.

Шулай уҡ Таңсулпан өсөн доғаларығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Аллаһ уға шифа, еңеллек һәм тиҙерәк ярҙам насип итһен. Аллаһ барыбыҙҙан да риза булһын.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас