Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраля , 05:27

Яугирҙар өсөн яңы программа башлана

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ эшен асыу мөмкинлеге бар. Республикала яугирҙар өсөн «Яңы эш» программаһы старт алды. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә.

Яугирҙар өсөн яңы программа башланаЯугирҙар өсөн яңы программа башлана
Яугирҙар өсөн яңы программа башлана

Программаны «Минең бизнес» үҙәге Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы һәм БР «Ватанды һаҡлаусылар» филиалы фонды ярҙамы менән «Йоғонтоло һәм көнәркәшле иҡтисад» милли проекты буйынса тормошҡа ашыра. Ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ өлкәһендә кәрәкле белем һәм тәжрибә туплаясаҡ.

МХО-ла ҡатнашыусылар был турала ентеклерәк мәғлүмәтте үҙҙәренең (йәшәгән урыны буйынса) социаль координаторынан белешә ала.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

 

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

 

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас