"Һәр яңы ҡатнашыусыны ҡабул итеү — ул беҙҙең ҙур һәм татыу ғаиләгә ҡабул итеү. Бөгөн беҙҙә 2000-гә яҡын кеше ингән һәм һөҙөмтәләр бар. Йәштәр менән 3000 меңдән ашыу осрашыу үтте, күсмә музейҙар бөтә республиканы ураны, ветерандарҙың 78 проценттан ашыуы эшкә урынлаштырылған, гранттар яуланған. Беҙ ветерандарға кәрәклек тойғоһон ҡайтарабыҙ. Ғаиләләргә ярҙам итәбеҙ. Был беҙҙең көсөбөҙ. Аныҡ ориентир биргәне, эшебеҙгә даими иғтибар иткәне өсөн БР Башлығына айырыс рәхмәт белдерәм. Бурыстар аныҡ, беҙ һеҙҙе ҡалдырмаясаҡбыҙ!" - тине ул